_ _ _ _____ ___ __ __ _(_) | _(_)___ / ( _ ) / /_ ___ ___ _ __ ___ \ \ /\ / / | |/ / | |_ \ / _ \| '_ \ / __/ _ \| '_ ` _ \ \ V V /| | <| |___) | (_) | (_) | (_| (_) | | | | | | \_/\_/ |_|_|\_\_|____/ \___/ \___(_)___\___/|_| |_| |_|
Михай I (рум. I Mihai; 25 октябрь 1921 йыл, Синая, Румыния короллеге — 5 декабрь 2017, Обон, Швейцария) — 1927—1930 йылдарҙа һәм ҡабаттан 1940—1947 йылдарҙа Гогенцоллерннар-Зигмаринген династияһынан булған Румыния короле. Үҙенең икенсе тапҡыр батшалыҡ итеү ваҡытында Румынияны Гитлер коалицияһынан сығара (1944). 1947 йылдың 30 декабрендә Румыния короллеге тәхетенән баш тарта.
Совет хәрби «Еңеү» орденының иң йәш һәм иң һуңғы вафат булған кавалеры.
Кронпринц Каролдең (буласаҡ Кароль II) һәм принцесса Елена Греческаяның берҙән-бер балаһы, Фердинанд I ейәне. Грецияның бөйөк княжнаһы һәм королева Ольга Константиновна менән бөйөк княжна Мария Александровнаның бүләһе. Әсәһе һәм атаһы яғынан инглиз королеваһы Викторияның тыуаһы. Әсәһе яғынан Эдинбург герцогы Филипптың (королева Елизавета II ире — Михайҙың әсәһе Филипптың ике туған апаһы) ике туған ҡустыһы һәм Елизаветаның үҙенең дүрт туған ҡустыһы (әсәһе яғынан да, атаһы яғынан да).
1925 йылда Кароль һөйәркәһе Елена Лупеску менән сит илгә юллана һәм ошо шау-шыуҙан һуң тәхеттән баш тарта. Шулай итеп, 4 йәшлек Михай олатаһының вариҫы булып ҡала ул 1927 йылда вафат булғас, алты йәше тулмаҫтан тәхеткә ултыра.
Михай I Викиөҙөмтәлә | |
Михай I Викимилектә |